Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2021, 14:43

Бауыр сирен һиҙҙермәй...

/

Бауыр глюкоза эшләп сығара, витаминдарҙы туплай, организмдағы токсиндарҙы тарҡата. Алкоголь, үтә майлы аҙыҡтар менән мауығыу һәм ҡайһы бер вирустар бауырҙы зарарлауы, эшмәкәрлеген боҙоуы ихтимал. Ауырыуҙар бик һирәк осраҡта сирҙең башланыуын тоя. Цирроз, гепатит йәки бауыр яман шеше иртә стадияла үҙен һиҙҙермәй, шуға күрә табиптар сирҙе иҫкәртеүсе түбәндәге дүрт билдәгә иғтибар итеүҙе тәҡдим итә.
Бәүелдең ҡуйы-көрән төҫтә булыуы һиҫкәндерергә тейеш. Бының бауыр циррозы билдәһе булыуы ихтимал. Орган туҡымаһының самаһыҙ араҡы эсеү йәки хроник сир арҡаһында ныҡ зарарланыуы тураһында һөйләй был хәл. Шулай уҡ гепатит башланған булыуы ла ихтимал.
Күҙ алмаһының һарғайыуы гепатитҡа хас билдә. Был билдә липид алмашыныуы боҙолоуы хаҡында хәбәр итә. Бындай осраҡта бауыр ҡайһы бер дарыуҙарҙы насар тарҡата.
Ҡорһаҡтың уң яғындағы өҫкө өлөшөндә баҫып торған кеүек ауыртыныу һиҙелеүе бауырҙың май менән ҡапланыу (жировой гепатоз) ихтималлығына ишаралай.
Күҙҙең төҫлө шекәрәһе тирәләй йәшкелт йәки көрәнһыу төҫтәге балдаҡ бик һирәк осраусы Вильсон ауырыуы хаҡында иҫкәртә. Бауырҙа баҡыр матдәләр йыйыла, организм уны тейешле кимәлдә сығара алмай. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау бик мөһим, тип иҫәпләй табиптар.
Фото:vseopecheni.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bauir-siren--i-erm-y-666468/
Читайте нас: