Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Февраль 2021, 14:37

Сирләүселәр 25 меңдән артҡан

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 164 яңы осрағы раҫланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 164 яңы осрағы раҫланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып республикала 25 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле 343 пациент – стационарҙа (47-һе – ауыр хәлдә), 5,5 меңе өйҙә дауалана.
«Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан тағы бер үлем осрағы теркәлгән, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Пандемия башланғандан алып 196 кеше үлгән».
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 210 дауахананан тыш пневмония осрағы раҫланған, 179 кеше һауығып сыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: