Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Февраль 2021, 19:09

Йыл башынан алып икенсе ФАП асылды

Яңы ФАП Байғужа һәм Бикйән халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Йылайыр районының Байғужа ауылында яңы модулле ФАП асылды.
Ул Байғужа һәм Бикйән халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Был ауылдарҙа, нигеҙҙә, өлкәндәр йәшәй. Әлегә тиклем медицина пункты бәләкәй генә иҫке бинала урынлашҡайны. Хәҙер ауыл халҡына медицина ярҙамы уңайлы шарттарҙа күрһәтеләсәк.
Яңы ФАП заман талаптарына һәм санитария нормаларына тулыһынса яуап бирә, тейешле ҡорамалдар һәм ҡулайламалар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер ғына түгел, күсмә табиптар бригадаһы ла пациенттарҙы ҡабул итә ала.
Әйткәндәй, Байғужалағы фельдшер-акушерлыҡ пункты йыл башынан Йылайыр районында асылған икенсе медицина учреждениеһын тәшкил итә.
Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов килде.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: