Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Февраль 2021, 22:33

65 сирле ауыр хәлдә

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны 25 меңгә яҡынлаша

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны 25 меңгә яҡынлаша. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, 3 февралгә 24 744 диагноз раҫланған. Һуңғы тәүлектә – 167 яңы осраҡ.
Хәҙерге көндә ковид-госпиталдәрҙә 408 кеше дауалана, уларҙың 65-е – ауыр хәлдә, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
5 383 пациент коронавирус менән өйҙә көрәшә, сөнки уларҙың сире еңел формала үтә. Тәүлек эсендә – 157, йәмғеһе 18 760 кеше һауыҡҡан. Башҡортостанда COVID-19 ҡорбандары өсәүгә – 193-кә тиклем артҡан.
Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осраҡтары – 154. Ошо ауырыуҙан һауыҡҡан пациенттар — 320.
Читайте нас: