Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Ғинуар 2021, 11:54

Сираттарҙы булдырмау өсөн кәрәк

Поликлиникаларҙағы электрон сират мөмкинлектәрен баһаланылар.

Поликлиникаларҙағы электрон сират мөмкинлектәрен баһаланылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикалағы медицина ойошмаларына даими рәүештә терминалдар һәм дисплейҙар килтерелә. Тимәк, был ҡорамалдар пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Өҫтәүенә, улар “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ә улар Башҡортостанда берҙәм һанлы контурҙы барлыҡҡа килтереү һәм идара итеү процесын оптимилләштреү өсөн мөһим. Шулай итеп, республикалағы медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ. Был иһә медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренә мөрәжәғәт итеп килгән граждандарҙы теркәүҙе лә еңеләйтә.
Әйткәндәй, табипҡа doctor.bashkortostan.ru порталы йәки дәүләт хеҙмәттәре, “Табипҡа” ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнештәр үҙәге – 13-01 һәм 88003471301 – телефондары аша яҙылырға мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: