Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Ғинуар 2021, 12:51

"Үлемдән йолоп алып ҡалдылар..."

"Сирләп китеп, көндән-көн хәлем хөртәйә барғас, Дәүләкән район дауаханаһына мөрәжәғәт иттем. Әммә тиҙҙән баш ҡалаға, Дим биҫтәһендә урынлашҡан ковид-госпиталгә оҙаттылар..."

Пандемия ипкене әле булһа арабыҙҙа: ошо хаҡта редакцияға килеп торған хат-сәләмдәр ҙә иҫкәртә. Мәҫәлән, сираттағы яҙманы беҙгә Зөлфирә Әйүпова ебәргән. Ул үҙе Дәүләкән районында йәшәй, Ивангород ауылында мәктәп мөдире вазифаһын башҡара, тәжрибәле педагог.
Ҡәһәрле сир уны баш ҡала дауаханаһына килтереп еткергән: әлеге ваҡытта Зөлфирә ханым Дим биҫтәһендә урынлашҡан ковид-госпиталдә коронавирус инфекцияһынан дауалана. Уның яҙмаһында ошондай юлдар бар:
“Әйтәһе түгел, “пандемия”, “коронавирус” һүҙҙәрен һуңғы йылда йыш ишеттек. Телевизорҙан, матбуғат сараларынан ҡарап-ишетеп, уның ауыр үткән сир икәнлеген белә инек кеүек. Әммә ысынбарлыҡта барыһы ла көткәндән дә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Ундайҙы күҙ алдына ла килтерә алмағайным.
Сирләп китеп, көндән-көн хәлем хөртәйә барғас, Дәүләкән район дауаханаһына мөрәжәғәт иттем. Мине урындағы дауаханаға һалдылар, әммә тиҙҙән баш ҡалаға, Дим биҫтәһендә урынлашҡан ковид-госпиталгә оҙаттылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүҙә миндә паника башланды, сәләмәтлегем өсөн генә түгел, ғүмерем өсөн дә борсола инем. Әммә дауахана тупһаһын атлап үтеү менән күңелгә йылылыҡ инде, хеҙмәткәрҙәрҙең оперативлығы, аныҡлығы, берҙәмлеге хайран итте.
Ысынлап та, бында шул тиклем ҙур, татыу команда эшләй. Кемделер айырып билдәләүе лә ауыр: һәр кем – санитарҙан, шәфҡәт туташынан башлап, табиптарға тиклем – эшен тейешенсә, еренә еткереп башҡара.
Палаталарҙа йылы, таҙа, ваҡытында санитар эшкәртеүҙәр үткәрелеп тора. Аш-һыуға ла зарланырлыҡ түгел: бик тәмле бешерәләр, иң мөһиме – уны йылы, тәмле килеш сирлеләргә таратып өлгөрәләр. Был минең генә фекерем түгел: 7-се палатала эргәмдә ятҡан һәр ҡатын быны раҫлай ала.
Дөрөҫөн әйткәндә, коронавирус инфекцияһы миңә тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға булышлыҡ итте. Әгәр ҙә табиптар, шәфҡәт туташтары булмаһа, ошо юлдарҙы мин яҙып ултырыр инемме бөгөн?
Ғөмүмән, ысын йөрәктән ковид-госпиталдең барлыҡ медицина һәм хеҙмәтләндереүсе персоналына оло рәхмәтемде еткерәм. Табиптар – ҡаһармандар! Бер нимәгә ҡарамаҫтан (ә сирлеләр шундай күп; хәлдәре төрлө; һаҡлаусы костюмда эшләү түгел, тын алыу ҙа еңел түгел), улар һәр кешенең хәлен яҡшыртыу, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй. Улар дарыуҙар, таблетка-уколдар менән генә дауаламайҙар, ә изге күңелдәре, йылы һүҙҙәре, иғтибарҙары менән дә кешеләрҙе һауығыу юлына сығаралар.
Табиптар, шәфҡәт туташтары һәр кеше өсөн көрәшә – был һис тә арттырыу түгел. Бер кемде лә бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Донъянан ваз кисеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән минуттарҙа ла ҡанаттарҙы һындырмайҙар, алға, һауығыуға табан барырлыҡ дәрт-дарман өҫтәйҙәр. Мең рәхмәт һеҙгә!
Ә пациенттарҙың хәлен белеү буйынса "обход" нисек үтә! Палатаға дауалаусы табиптар менән бергә баш табип Фәнил Шәмиғолов үҙе лә мотлаҡ инеп сыға, һәр кемдең хәлен белешә, иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә. Был – һирәк күренеш!
Тимәк, баш табип пациенттар өсөн яна-көйә, босола, тигән һүҙ. Уның командаһында фәҡәт профессионалдар эшләй: медицина хеҙмәте начальнигы Сергей Чакранға, бүлек мөдире Артур Мөхәмәтовҡа, табиптар Элдар Досҡа, Руслан Күсәевкә, медицина хеҙмәткәре Александр Осиповҡа һәм барлыҡ шәфҡәт туташтарына, хеҙмәтләндереүсе персоналға мең рәхмәтемде еткерәм, иң изге теләктәрҙә ҡалам. Тап ошо кешеләр минең ише сирлеләргә икенсегә ғүмер бүләк итә, иң ауыр сирлеләрҙе лә ҡотҡара. Ғөмүмән, тап ошо дауаханаға эләгеүемә шатмын.
Юғары һөнәри оҫталыҡтары, кешелекле булыуҙары, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн улар иң юғары наградаға лайыҡ, минеңсә. Пандемия осоронда тап ошо кешеләр алғы һыҙыҡта ҡала һәм беҙҙең ғүмер һағында тора. Мең рәхмәт һеҙгә!” – тип яҙған беҙгә Зөлфирә Вәғиз ҡыҙы Әйүпова.
Уның һүҙҙҙәренә ҡушылып, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ, тип әйтке килә. Сир-бәләләр һеҙҙе урап үтһен!
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: