Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалында республиканың COVID-19 вакцинаһын ҡабул итеүгә нисек әҙерләнеүе, шулай уҡ төбәктә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе этап менән алыуҙары тураһында һөйләне.
– Минеңсә, беҙ әле вакцинациялау инфраструктураһын яйға һалдыҡ. 20 мең самаһы вакцина дозаһын алдыҡ. Уларҙың бөтәһе лә файҙаланылыу процесында. Иң мөһиме, беренсенән, вакцина яһау. Икенсенән, беҙ инфраструктураны булдырҙыҡ – 76 вакцина яһау пункты. Әле уларҙың һанын 92-гә тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек, һәм артабан да арттырасаҡбыҙ. Был аҙнала һыуытҡыс техникаһын алыуҙы тамамланыҡ, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыттыҡ, вакцина яһау сиратын барлыҡҡа килтерҙек.
Әле алғанға ҡарағанда мохтажлыҡ ҙур, тип әйтә алам. Алдағы ике-өс көндә тағы ла 50 мең доза вакцинаның киләсәге тынысландыра, ә февраль аҙағына тиклем – 150 мең доза. Был беҙгә алға барырға ярҙам итәсәк.
Шул уҡ мәлдә беҙҙең инфраструктураның бер юлы 600 мең дозаны ҡабул итеү мөмкинлеген бирә. Коллектив иммунитетты булдырыу буйынса бурысты хәл итеү өсөн 1,6 миллион самаһы өлкәндәргә вакцина эшләү талап ителә, – тип һөйләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы белдереүенсә, әлеге мәлдә дауаханаларҙа коронавирусты дауалау өсөн бүленгән 850 урынды азат итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, 15 февралгә тағы 1,5 мең урынды.
"Ирекле урындар фонды 40 процентҡа еткән осраҡта беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ. Йәғни беҙ был йәһәттән тыныс һәм ышаныслы ҡарайбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.