Хәйбулла хәбәрҙәре
+31 °С
Ясно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Января 2021, 13:18
Һуңғы тәүлектә дүрт кеше вафат
Республика стационарҙарында – 409 (шул иҫәптән 49 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 5259 кеше дауалана.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 23912-гә етте. Һауыҡҡандар – 18062 (һуңғы тәүлектә 138 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 182. Һуңғы тәүлектә дүрт кеше вафат.
Республика стационарҙарында – 409 (шул иҫәптән 49 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 5259 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2291079 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 10438.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 235 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 198 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, дуҫтар!
Фото: rbc.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/u-i-t-lekt-d-rt-keshe-vafat-655153/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"