Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Ғинуар 2021, 11:37

Сикләүҙәр ҡырҡа кәмене

Юғары уҡыу йорттары нисек эшләйәсәк; йәмәғәт туҡланыу учреждениелары әүәлгесә эшләйәсәкме; унда барыусыларҙың һаны иҫәпкә алынасаҡмы; власть органдары граждандарҙы ҡабул итеүҙе яңыртамы – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар билдәле булды.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның барышында ул коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе эҙмә-эҙлекле бөтөрөүгә әҙерлек хаҡында белдерҙе. Аныҡ сараларҙы иһә коронавирус инфекцияһын республика биләмәһенә индереүгә һәм таратыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында билдәләнеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктә эпидемиологик хәл тотороҡло булып ҡала, COVID-19 менән сирләү кимәле түбәнәйә, тип белдерҙе. Был бәғзе инфекция госпитале итеп үҙгәртелгән медучреждениеларҙы профилле режимға күсерергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, яҡын көндәрҙә Салауат һәм Ишембай ҡалаһындағы дауаханаларҙа пациенттарҙы ҡәҙимге тәртиптә ҡабул итә башлаясаҡтар.
Республика 6 300 доза иҫәбендә “Спутник-V” вакцинаһының сираттағы партияһын алды. Яҡын көндәрҙә тағы ла 20 мең доза ҡайтарыласаҡ. Был халыҡты вакцинациялауҙың тиҙлеген арттырырға ярҙам итәсәк. “Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлгән кешеләр 29 ғинуарҙан прививка яһата ала.
Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатҡандар өсөн “антиковид паспорт” ы биреү проекты әлегә алға күсерелә. Ул Башҡортостан халҡының 25 проценты вакцинациялау үткәс ғәмәлгә инәсәк. QR-код хужаларына төбәктә коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәр таралмаясаҡ.
Оператив штаб ултырышында республикала индерелгән юғары әҙерлек режимын йомшартыу сараларын ҡаранылар.
Шулай итеп, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙән яфаланғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 11 февралгә тиклем һаҡланып ҡала. Бындай тәҡдим менән Роспотребнадзор вәкилдәре сығыш яһаны.
Предприятие һәм ойошмаларҙа дистанциялы эш тәртибен һаҡлау эш биреүсенең ҡарамағында ҡала. Мәҙәни һәм спорт сараларын асыҡ һауала тамашасы трибуналарын – 85 процентҡа, бина эсендә 70 процентҡа тултырып үткәрергә мөмкин. Республиканың дәүләт власы органдарында һәм муниципалитеттарҙа граждандарҙы шәхси ҡабул итә башлаясаҡтар.
27 марттан Роспотребнадзорҙан рөхсәт алыу шарты менән балаларҙың һаулыҡ нығытыу лагерҙары эш башлаясаҡ, был учреждение хеҙмәткәрҙәре өҫтөнлөклө рәүештә COVID-19-ҙан вакцина яһатыу исемлегенә индереләсәк. 29 ғинуарҙан йәмәғәт туҡланыу ойошмалары тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына ҡайта ала. Унда барыусыларҙың һаны сикләнмәйәсәк. 8 февралдән Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары көндөҙгө режимда уҡыуҙы яңыртасаҡ. Был уҡытыусылар составын өҫтөнлөклө рәүештә вакцинациялағандан һуң мөмкин булған.
Шул уҡ ваҡытта төп һаҡланыу саралары үҙгәрешһеҙ ҡала. Битлек режимын һәм социаль дистанцияны һаҡлау, шулай уҡ биналарҙы санитар эшкәртеү ҙә мотлаҡ.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: