Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Ғинуар 2021, 11:53
Һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ!!
Һуңғы тәүлектә тағы ике кеше вафат.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе
.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 168 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 23 074 -кә етте. Һауыҡҡандар – 17 387 (һуңғы тәүлектә 53 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 173. Һуңғы тәүлектә тағы ике кеше вафат. Республика стационарҙарында – 547 (шул иҫәптән 51 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4967 кеше дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 243 758 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 10 462.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 179 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 165 кеше дауахананан сығарылған. Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ, дуҫтар!
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/a-laniu-saralarin-in-ar-itm-ge-646790/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?