Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Ғинуар 2021, 11:07

“Прививканы аяғөҫтө үткәрҙем...”

- Мин фәнгә һәм Рәсәй медицинаһына ышанам. Йыл һайын киҙеүҙән прививка яһатам, шуға күрә сирләгәнем булманы.

Оксана Дмитриева Өфөләге 5-се поликлиниканың баш табибы урынбаҫары булып эшләй. Былтыр декабрь айында коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан.
Уның әйтеүенсә, тәүге вакцинаны еңел үткәргән. “Бары энә ҡаҙаған урында ғына ауыртыу тойҙом. Икенсе компонентты алғас, температура күтәрелде, ике көндән һуң хәл тотороҡланды. Барыһын да аяғөҫтө үткәрҙем. Хәҙер үҙемде яҡшы тоям. Февралдә антиесемдәргә анализ бирәсәкмен”, - ти табип.
Оксана Дмитриеваның әйтеүенсә, вакцина яһатыуҙан ул ҡурҡмаған, икеләнмәгән. ”Мин фәнгә һәм Рәсәй медицинаһына ышанам. Йыл һайын киҙеүҙән прививка яһатам, шуға күрә сирләгәнем булманы. Ковидты йоҡторһам да, уны өҙлөгөүҙәрһеҙ, еңел үткәрәсәкмен тип уйлайым. Инфекцияға прививкаһыҙ ҡаршы тороуы ауыр, айырыуса иммун системаһы йомшаҡ, хроник сирҙәре булғандарға. Ғөмүмән, иммунизациянан ҡурҡырға ярамай, рәсми сығанаҡтарға, раҫланған тикшеренеүҙәргә ышанырға кәрәк”.
Фото: "Башинформ".
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: