“Ике компонентлы “СпутникV” вакцинаһынан айырмалы рәүештә, яңы “Спутник Лайт” прививкаһын яһатыу өсөн бер укол да етә. Был иммунитеттың билдәле бер кимәле өсөн етерлек буласаҡ,”- ти табип. Яңы вакцинаның һаҡлау үҙенсәлектәрен баһалау өсөн клиник тикшеренеүҙәр үткәрергә тура киләсәк. “Шуныһы асыҡ, был препарат “СпутникV” вакцинаһынан тәьҫирлерәк булмаясаҡ,” тип тә белдерҙе ул. Тикшереүҙәр тураһында отчеттар бер тапҡыр яһалыусы вакцинанан кешеләрҙең аҙыраҡ сирләүен йәки еңелерәк ауырыуын күрһәтһә, һәр кем үҙе өсөн уның файҙаһын баһалай аласаҡ.