Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Ғинуар 2021, 23:26

Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!

/

Владимир өлкәһенән әйләнеп ҡайтҡан табиптарыбыҙ тураһында хәбәр иткәйнек. Улар коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүҙә урындағы табиптарға ярҙам итте. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙып сыҡты.
“Тағы бер медицина десанты тыуған Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайтты. Ике аҙнанан ашыу, 23 декабрҙән алып 11 ғинуарға тиклем, Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәренән торған 26 кеше Владимир өлкәһе табиптарына коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итте. Төбәк губернаторы Владимир Сипягин ярҙам өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам көндәрендә лә пациенттарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай, өйҙәренән, ғаиләләренән меңәр километр алыҫлыҡта эшләргә көс тапҡан табип һәм шәфҡәт туташтарына бик рәхмәтлемен. Амур өлкәһе һәм Камчаткала, Ҡарасәй-Черкес, Абхазия һәм Ҡырғыҙстанда булды улар. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар! Белегеҙ, үҙебеҙҙең яҡтан да һеҙгә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ”, - тип яҙҙы ул.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/R-hm-t-e-g--du-tar-631634/
Читайте нас: