Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һанының артыуы дауам итә. Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 20 меңгә яҡынлаша, 19 910 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған.
Һуңғы тәүлектә 168 кешелә инфекция раҫланған, 87 ауырыу һауыҡҡан, 254 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә ике пациент вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандарының һаны 149-ға етте.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡтороуҙың 24246 осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар 518 ауырыуҙы ҡотҡара алмаған.
Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, илдә бер миллиондан ашыу кеше коронавирустан “Спутник V” вакцинаһын яһатҡан. Препараттың бер ниндәй ҙә кире эҙемтәһе күҙәтелмәгән, тип хәбәр итә Гамалея үҙәге директоры Александр Гинцбург.
Тик әлегә тынысланырға урын юҡ, барыбыҙға ла битлек режимын теүәл үтәргә, санитария-гигиена талаптарын күҙәтергә кәрәк. Мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн ошо ябай , әммә үтә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышайыҡ.