Башҡортостан табиптары, өс-дүрт көндән дауаханаларҙа йәш пациенттар артыуы ихтимал, тип борсола. Бындай күҙаллауҙар юҡҡа түгел - тәжрибә шуны күрһәтә.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова 1 ғинуарҙа госпиталдә “ҡыҙыл зона”ла булғандан һуң шундай һығымтаға килгән. Үткән йылдың 26-29 декабрендә дауаханаларға хеҙмәткә яраҡлы йәштәге кешеләр күберәк эләккән. Өҫтәүенә тотош ғаиләләре менән ятҡандар артҡан. ”Табиптар стационарҙарҙа 5-6 ғинуарҙа байрам алдынан бүләктәр артынан магазиндарға күберәк йүгергән йәштәрҙең артыу мөмкинлеген күҙаллай. Медицина хеҙмәткәрҙәре быға әҙер”, - ти етәксе.
Яңы йылдың һуңғы тәүлегендә 169 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 19 403-кә етте. Әле республикала 4 103 ауырыу дауалана, шуларҙың 741-е дауаханала. Үлем осраҡтары хаҡында хәбәр ителмәй.
Оҙайлы ялдарҙы файҙалы, күңелле үткәргегеҙ килһә, санитария-гигиена талаптарын онотмағыҙ. Яңы йылда ла битлек режимы һаҡлана, үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла инфекция йоҡтороуҙан ҡурсаларға тырышығыҙ.