Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Ғинуар 2021, 12:54

Ивановкалар сәләмәт тормош яҡлы

*

Мәғлүм булыуынса, 2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер йылы тип иғлан ителде. Уға арналған саралар яңы йылдың беренсе көнөндә үк уҙғарыла башланды - 1 ғинуарҙа бөтә республика буйынса Сәләмәтлек көнө үтте.
Ивановка ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы һәм скандинавия йөрөүе буйынса сара ойошторҙо. Табип амбулаторияһы фельдшеры А.Д. Торомтаева сәләмәтлек тормош алып барыу буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирҙе һәм скандинавия йөрөүенең файҙаһы тураһында һөйләне. Артабан сарала ҡатнашыусылар физик күнекмәләрҙә ҡатнашты.
фото:Ивановка мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: