Яңы йылда кесеһе лә, олоһо ла ниндәйҙер мөғжизә, тылсым көтә, уға ҙур өмөттәр бағлай. 2021 йыл алдынан Әбүбәкерҙә заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын да, ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге тип баһаларға мөмкин.
Әбүбәкер халҡын ҡотлауға Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин да ҡушылды:
–Районда бөтә заманса талаптарға ярашлы йыһазландырылған 4-се ФАП-тың асылыуы – иҫтәлекле ваҡиға. Бында дауаланыуҙан тыш, иҫкәртеү процедураларын, диспансеризация уҙғарыу, балаларҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн яңы бинала тейешле уңайлыҡтар булдырылған. Яңы ФАП медик-санитар ярҙамдың беренсел звеноһын үҫтереүҙә һәм нығытыуҙа ҙур роль уйнай, – тине Илшат Тимерйән улы һәм район фельдшерҙарына наградалар тапшырҙы. «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән Ғәлиә Исмәғилева наградланды, ә Елена Атландерова Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почёт грамотаһы менән бүләкләнде.