Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Декабрь 2020, 22:24

“Сирҙе ҡайҙа йоҡторҙом икән, тип баш ваттым...”

Өфөлә йәшәгән Нур исемле ир үҙенең коронавирус менән нисек ауырыуын матбуғат баҫмаһы хәбәрсеһенә һөйләгән. Кемгәлер уның тәжрибәһе фәһемле булыр.

Өфөлә йәшәгән Нур исемле ир үҙенең коронавирус менән нисек ауырыуын матбуғат баҫмаһы хәбәрсеһенә һөйләгән. Кемгәлер уның тәжрибәһе фәһемле булыр. Сир осоронда дүрт тапҡыр тест тапшырырға тура килгән. Тәүге икеһе-ыңғай булһа , аҙаҡҡылары коронавирустың булмауын күрһәткән.
“Коронавирус менән сирләрмен тип кем уйлаған, бындай уй башҡа инеп тә сыҡманы, -ти 31 йәшлек ир. – Һалҡын тейҙергәнмендер, тип уйланым.Температура 38 градусҡа күтәрелгәс, дауаханаға киттем”. Сиратта башҡа сирлеләр менән оҙаҡ ҡына ултырырға тура килә. Табип “больничный” асҡандан һуң уны анализ бирергә ебәрә. Ҡулына нисек дауаланыу тураһында белешмә тоттора. Цинк, вирусҡа ҡаршы препараттарҙы нисек эсеү аңлатылған. “ Ул миңә дүрт-биш көн буйына температураны төшөрмәҫкә ҡушты, шунан һуң ғына антибиотик эсергә кәрәклеген, организм үҙе көрәшергә тейешлеген әйтте. Хәл насарланһа, ашығыс ярҙам саҡыртырға!”
Бер нисә көндән Нурҙың еҫте, тәмде һиҙемләүе юғала. “Күҙеңде йомһаң, нимә ашағаныңды ла белмәйһең,”- тип хәтерләй ул көндәрҙе. Айға яҡын ауырығандан һуң хәле яҡшыра барғанын тоя. “Тәүге осор бик ауыр булды, бер аҙна температура төшмәй йөҙәтте. Аҙаҡ бер күтәрелеп, бер төшөп ыҙалатты,- ти Нур.- Шуныһы ғәжәп, аппетит юғалманы. Киҙеү менән сирләгәндә һис ашағы килмәй торғайны. Был юлы уяныу менән ашағы килеүен тойҙом.” Һауыҡҡандан һуң нисек тәүге тапҡыр урамға сыҡҡанын хәтерләй:”Дүртенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа төшөп еткәнсе манма тиргә баттым. Кире күтәрелеүе еңел булманы.”
Эшкә сыҡҡас та оҙаҡ ҡына үҙендә хәлһеҙлек тоя. “Вирус һинең иң “йомшаҡ” ереңә килтереп бәрә. Ике ай үткәс кенә уның эҙемтәләрен тоймай башланым,”- ти ул. Нур үҙенең ҡайҙа вирусты эләктереү ихтималлығын һаман да белмәй. “Оҙаҡ ҡына анализлағандан һуң шундай һығымтаға килдем: сәбәбе – бысраҡ ҡулдарҙа. Ирҙәр менән күрешәһең, аҙаҡ битлегеңде төҙәткеләйһең – ә вирус шуны ғына көтөп тора. Сирҙе йоҡтормайым тиһәң, битлек кейеүҙән тыш, ҡулдарҙы таҙа тоторға кәрәк”,-ти Өфө егете.
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: