Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Декабрь 2020, 23:00

“Нимә эшләргә лә белмәй инем...”

Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий

Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй.

Үҙәктең төп маҡсаты – медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү. Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде. Эшләп йөрөүселәр, йәштәр яңы шарттарға тиҙерәк ҡулайлаша, оло йәштәгеләр иһә был осорҙа айырыуса иғтибар һәм хәстәр талап иткән граждандар категорияһына инде: берен­сенән, улар коронавирус йоғоу йәһәтенән хәүеф төркөмөнә ҡарай, икенсенән, уларға ошо шарттарҙа донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү күпкә ҡатмарлыраҡ.

Шуныһы ла мәғлүм: Башҡорт­останда 10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәнерәк йәштәгеләр өсөн ҡур­саланыу режимы индерелде. Әлеге осорҙа улар өйҙә ултырырға тейеш, 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин.

Оло йәштәгеләр ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә күп шылтырата, операторҙар уларға һәр саҡ ярҙамға ашыға, күңел йылылығын бүлергә лә, тынысландырырға ла өлгөрә.

Таисия Варфоломеева баш ҡалала йәшәй, уға 82 йәш. Уның берҙән-бер улы сит төбәктә төпләнгән, эргә-тирәлә яҡын туғандары ла юҡ. Ҡайһы саҡта күршеләре ярҙам ҡулын һуҙһа ла, оло йәштәге инәй проблемаларын һәр саҡ үҙе хәл итеп өйрәнгән.

Пандемия алдынан уға онкология буйынса диагноз ҡуйғандар. Ул, аяҡтары ауыртһа ла, анализдар тапшырған, операцияға әҙерләнгән. Әммә дауаханаларҙың эш режимы һәм эшләү рәүеше пандемияға бәйле үҙгәргәс, ул ваҡытында табипҡа яҙыла алмай йонсоған. Етмәһә, ҡурсаланыу режимында йыш урамға ла сығып булмай.

Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә шылтыратҡас, сәләмәтлеге өсөн ныҡ борсолған Таисия Ивановнаны операторҙар тынысландырған һәм уның был осорҙа яңғыҙ түгеллеген билдәләгән. Уға онкология үҙәгенә табипҡа яҙылырға тәҡдим иткәндәр һәм, ихтыяж тыуғанда, ирекмәндәрҙең ярҙамға ашығасағын белдергәндәр.

“Күңелемә тынысыраҡ булып ҡалды, юҡһа, ҡайҙа шылтыратып, кемдән белешергә икән, тип аптырабыраҡ тора инем. Шул тиклем ихлас тыңланылар, табипҡа яҙҙырғас, ҡабат шылтыратып хәбәр иттеләр”, – ти оло йәштәге кеше.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: