Республиканың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 декабргә Башҡортостанда 2 422 693 кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был – республикала йәшәүселәрҙең дөйөм һанынан 60%. Уларҙың 1,7 миллионға яҡыны – өлкәндәр, ярты миллион самаһы – балалар.