Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республикала йәшәүселәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар фаразы буйынса, 26 декабрҙә республикала урыны менән боҙлауыҡ көтөлә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 16 метрға етеүе ихтимал. Был көндә башлыса яуым-төшөм булмай. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13,-18, урыны менән -23, көндөҙ -8,-13 градус.
Йәкшәмбе, 27 декабрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -12,-17, аяҙытҡанда -22 градус. Көндөҙ ҡар, епшек ҡар, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -2,-7 градус.