Әбүбәкер ауылында заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Медик-санитар ярҙамдың беренсел звеноһын үҫтереү» программаһына ярашлы төҙөлдө.
Әйткәндәй, быйыл районда ошондай биш заманса медицина учреждениеһын сафҡа инде. Мәғлүм булыуынса, быға тиклем Әбеш, Татыр-Үҙәк һәм Степной ауылдарында яңы ФАП-тар ҡалҡты.
Хәҙер Әбүбәкер ауылы халҡы ла заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһына йөрөй аласаҡ.