Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Декабрь 2020, 21:12

Хәҙер коронавирус балалар өсөн дә хәүефле...

Бөйөк Британияла асыҡланған вирустың яңы штаммын индермәү өсөн сиктәр ябыла башланы.

Быға тиклем белеүебеҙсә, коронавирус өлкәндәр өсөн ҡурҡыныс ине. Шуға күрә уларҙы һаҡларға тырыштыҡ, ә бәләкәй балалы ата-әсә сағыштырмаса тыныс булды. Тик бына Европанан насар хәбәрҙәр килә башланы.
Бөйөк Британияла асыҡланған коронавирустың яңы штаммы балалар өсөн дә хәүефле. “Штамм балаларҙы күберәк зарарлай. Беҙ әлегә бының сәбәптәрен асыҡлай алманыҡ, тик статистика шуны аныҡ күрһәтә”, – тигән Лондон Империя колледжы профессоры Нил Фергюсон.
Белгес белдереүенсә, коронавирустың был яңы штаммын башлыса 15 йәшкә тиклемге балаларҙа асыҡлайҙар. Ул элеккеһенән кеше организмындағы күҙәнәккә инеү үҙенсәлектәре менән айырыла. Тимәк, балалар ҙа уға ҡаршы тора алмай.
Ғалимдар фекеренсә, элекке ковид балаларға зыян килтерә алмай ине, тик вирустар яйлап тирә-яҡ мөхиткә яраҡлаша, дарыуҙарға бирешмәй башлай һәм яңы организмдарға инергә өйрәнә. Яңы штамм иҫкеһенән ныҡ айырыла.
Тик артыҡ ҡурҡырға кәрәкмәй. Табип-инфекционист Анна Баландина белдереүенсә, балалар йышыраҡ зарарланһа ла, сир ауыр формала үтәсәк тигәнде аңлатмай. Моғайын, элекке кеүек үк бәлиғ булмағандарҙа был сир еңел, симптомһыҙ үтәсәк.
“Баланың иммун системаһы вирус һәм бактериялар һөжүмен сағылдырыуға көйләнгән, яңырған вирус та хәүефле була алмай. Балаларҙа тиҙ реакция системаһы үҫешкән – вирус күҙәнәктәргә инә, тик үҫешмәй. Организмдың тыуған саҡтан бирелгән был һәләте өлкәнәйә барған һайын кәмей”, – тигән ул.
Балалар өсөн яҡланыу саралары элеккесә - гигиена, битлек һәм бирсәткә кейеү. Ҙур компаниялар менән осрашмау яҡшыраҡ.
Нисек кенә булмаһын, яңы штаммды тикшереү дауам итә. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер илдәр Бөйөк Британия менән сиктәрҙе япҡан да. Сикләүҙәр сирҙе индермәү өсөн күрелә.
Фото: vozdyx.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: