Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Декабрь 2020, 19:07

Һаулыҡ һаҡлау министры коронавирус пандемияһының ҡасан тамамланасағын фаразланы

*

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус пандемияһының ҡасан тамамланасағын фаразланы. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Честно говоря» тапшырыуы редакцияһы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығына пандемия ҡасан тамамлана тигән һорау бирҙе.
«Беҙҙең фараздар буйынса, икенсе ярты йыллыҡтан башлап ғәҙәти эш режимына күсергә тейешбеҙ. Ярты йылдан», — тип яуапланы Максим Забелин.
Фото: видеонан стап-кадр | Видео: Честно говоря, Vk
Читайте нас: