Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Декабрь 2020, 13:55

Стәрлетамаҡта ковид госпитале асылды!

"Республика ҡыҫҡа ваҡытта ошондай заманса дауахана төҙөп, көҙгө-ҡышҡы мәлдә мөғжизә тыуҙырҙы"

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 10 октябрҙә төҙөлә башлаған яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды.
Уны төҙөү өсөн Башҡортостан бюджетынан 2,19 миллиард һум аҡса бүленгәйне, шуның 1,4 миллиард һумы төҙөлөш-монтажлау эштәренә, 795,6 миллион һумы медицина һәм башҡа ҡорамалдар, йыһаздар, автотранспорт, башҡа хужалыҡ инвентарҙары алыуға тотонолған.
Төҙөүселәрҙе, медицина персоналын ҡотлау өсөн бөгөн Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин килде.
– Дөйөм алғанда, йыл ауыр булды, бюджет ҙур көсөргәнеш кисерҙе. Шулай ҙа ошоға тиклем был тиклем медицина объекттарын сафҡа индергәнебеҙ юҡ ине. Быйыл онкология диспансерының хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, кардиодиспансер төҙөйбөҙ, балалар гематологияһы һәм онкологияһы, республика клиник дауаханаһы поликлиникалары, райондарҙа ике поликлиника һалына башланы, 100-ҙән ашыу ФАП сафҡа инде, хоспис төҙөйбөҙ. Бындай эшмәкәрлек - беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы, шулай уҡ тәү сиратта табиптар алдындағы бурысыбыҙ. Улар коронавирусҡа ҡаршы көрәштә тәүге һыҙатта тора, күптәре үҙҙәре сирләне, байтағын юғалттыҡ. Алда тағы ла ҙур пландар. Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҡарары менән республика 2025 йылға тиклем медицинаның беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 16 миллиард һум аҡса аласаҡ. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын ярайһы нығытасаҡ. Пандемиянан хәлһеҙләнеп түгел, ә көслөрәк, ышаныслыраҡ булып сығырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе табиптарға, шәфҡәт туташтарына, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәрлеге, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ Радий Фәрит улы ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заманса үҙәк булдырған, күрше өлкәләге коллегаларға ошондай эштә ярҙам күрһәткән төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеобәйләнеш аша табиптарға һәм төҙөүселәргә мөрәжәғәт итте, бөгөн бындай объекттар бик кәрәк, тине.
“Стәрлетамаҡ госпитале, үҙенең “өлкән ағаһы” кеүек үк, тиҙ һәм сифатлы эшләнде, коронавирус менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Иң мөһиме - унда квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй”, – тине федераль министр.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин һүҙҙәренсә, яңы үҙәкте тиҙ арала сафҡа индереү дауаханаларҙа урындар һанын арттырасаҡ. Был бөгөнгө шарттарҙа үтә мөһим.
Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский үҙ сығышында, республика ҡыҫҡа ваҡытта ошондай заманса дауахана төҙөп, көҙгө-ҡышҡы мәлдә мөғжизә тыуҙырҙы, тине.
“ПроектСтройКомплекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Олег Бабенков яңы дауахананың символик асҡысын ковид-госпиталдең баш табибы Гүзәл Йосоповаға тапшырҙы.
Радий Хәбиров медицина учреждениеһын асыу тантанаһы һуңында республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостандың Почет грамотаһы менән Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Регина Ғәлиева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов, “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Илмир Ҡолһарин, “ПроектСтройКомплекс” ойошмаһы начальнигы Руслан Латипов, “Дортрансстрой” йәмғиәтенең экскаватор машинисы Юрий Молчанов, каток мастеры Виталий Степаненко, автогрейдер машинисы Шамил Шәрипов наградланды. “Арт Статус” йәмғиәте генераль директоры Андрей Стариков Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы булып танылды, “ПроектСтройКомплекс” йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Олег Бабенков менән “Медикал Групп” йәмғиәте етәксеһе Дмитрий Дудко республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе тигән исем алды.
Республиканың ете медицина эшмәкәре илдең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары ҡулынан “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһен алды.
Дауахананы асҡас, ҡунаҡтар уның эсен ҡарап сыҡты. Госпиталь бөгөндән тәүге пациенттарын ҡабул итергә әҙер.
Үҙәктә 400 кеше эшләйәсәк, уларҙың 136-һы - табиптар һәм 152 шәфҡәт туташы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: