Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Декабрь 2020, 12:11

Байрам мәлендәге хәүефһеҙлекте хәстәрләп

/

Быйыл Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған шарттарҙа үтәсәк. Байрам саралары осоронда ихтимал булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн республиканың медицина ойошмалары, Һәләкәт медицинаһы хеҙмәте бүлектәре түбәндәге эштәрҙе атҡарған.
- Республика Һәләкәт медицинаһы хеҙмәтенең идара органдары, бүлектәре юғары әҙерлек режимына күскән.
- 2020 йылдың 21 декабренән 2021 йылдың 9 ғинуарына тиклем Һаулыҡ һаҡлау министрлығының етәкселек составы һәм ведомствоға ҡараған ойошма етәкселәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа буласаҡ.
- Поликлиника һәм поликлиника подразделениелары түбәндәгесә эшләйәсәк: 2021 йылдың 1 – 10 ғинуарында байрам графигы буйынса, 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. Табиптар һәм кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыуҙар 16.00 сәғәткәсә ҡабул ителәсәк.
- Компьютер томографияһының амбулатор үҙәктәре һәм баш ҡаланың 13-сө дауаханаһы базаһындағы Яңы коронавирус инфекцияһын диагностикалау һәм дауалау амбулатор үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
- “Ашығыс ярҙам” бригадалары, травмпункттар, ҡабул итеү-диагностика бүлектәре, медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре эшенә контроль ойошторолған, янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлеше тикшерелә.
- зыян күргәндәр булған осраҡта, койка-урын резервы булдырылған, дауалау препараттары, медицина ҡорамалдары запасы тейешле кимәлдә, барлыҡ ашығыс һәм пландағы медицина ярҙамы тәьмин ителәсәк.
- Күп кеше ҡатнашҡан сараларҙа муниципаль ойошмалар хакимиәте менән килешеп, медицина тәьминәте булдырыласаҡ.
- Республиканың Һәләкәт медицинаһы хеҙмәтенең оператив-диспетчер бүлеге Башҡортостан биләмәһендәге хәл-торошҡа тәүлек әйләнәһенә мониторинг ойошторған; ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта, барлыҡ көстәр, ведомстволар үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә берлектә йәлеп ителәсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған шарттарҙа үтәсәк Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә тулы күләмдә әҙер.
“Башформация” дәүләт унитар предприятиеһы (“Госаптека”) дарыуханалары иһә Яңы йыл каникулдары осоронда түбәндәге режим буйынса эшләйәсәк:
31 декабрь – 8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә;
1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем – 10.00 - 21.00 сәғәттәрҙә;
9 ғинуарҙан 10 ғинуарға тиклем – 8.00 - 21.00 сәғәттәрҙә.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bayram-m-lend-ge-h-ef-e-lekte-h-st-rl-p-596334/
Читайте нас: