Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Декабрь 2020, 00:33

Яңы йыл ялдарында дауалау учреждениелары нисек эшләр?

Һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн ялдар юҡ.

Оҙаҡламай оҙайлы Яңы йыл ялдары етә. Тик ял ял менән, ә сирҙәр туҡтамай. Айырыуса, быйыл коронавирус менән көрәшкән йылда. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәренә башҡаларҙыҡы кеүек ун көн самаһындай ял юҡ. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Яңы йыл каникулдары осоронда дауаханаларҙың, поликлиникаларҙың һәм дарыуханаларҙың нисек эшләйәсәге тураһында һөйләне.
Шулай итеп, “ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә ял бөтөнләй юҡ. Киреһенсә, улар юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк.
- поликлиникалар 1 ғинуарҙан 10 ғинуарға тиклем 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем;
- “кисектергеһеҙ ярҙам” хеҙмәте – 8 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем;
- компьютер томографияһының амбулатор үҙәктәре тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк;
- һәр стационарҙа бәләгә тарығандар өсөн резерв урындар булдырыласаҡ.
“Госаптека” дәүләт дарыуханалары селтәренә килгәндә, уларҙың эш тәртибе лә бер аҙ үҙгәрә. 1 һәм 2 ғинуар улар ял итә. 31 декабрь, 3-нән 8 ғинуарға тиклем дарыуханалар 10 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем, махсус график буйынса бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ эшләйәсәк.
Фото: m.123ru.net
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: