Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Декабрь 2020, 12:53

Тағы бер табиптың ғүмере өҙөлдө...

Сибай дауаханаһы йәнә бер табибын юғалтты. Уға 42 генә йәш ине...

Ғүмере буйы халыҡ сәләмәтлеге һағында торорға Гиппократ анты биргән табиптарҙың бик йәшләй арабыҙҙан китеүе бигерәк тә үкенесле. Ауырыуҙарҙы дауалаған, уларҙың ғүмере өсөн көрәшкән аҡ халатлылар күп осраҡта үҙҙәренең һаулығын ҡайғырта, ғүмерҙәрен һаҡлай алмай.
Яңы ғына Сибай дауаханаһы йәнә бер табибын юғалтты. Бик йәшләй, ни бары 42 йәшендә изге күңелле, хәстәрлекле, кешелекле һәм кеселекле, табиплығы Хоҙайҙан булған психиатр-нарколог Ислам Аслаев арабыҙҙан китте.
2002 йылда Өфө медицина университетын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын 1-се республика наркология диспансерында башлай, 2013 йылдан Сибай ҡала дауаханаһының наркология бүлегендә эшләй, уның етәксеһе була. Үҙ эшенең оҫтаһы, талапсан етәксе, коллегалары араһында абруйлы табип булып танылған Илһам Раил улы сығышы менән Әбйәлил районынан.
Иҫ киткес яҡшы кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле табиптың ҡатынының, улдарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Бәхил бул, аҡ халатлы табип.
Фото: Сибай ҡала дауаханаһы сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: