Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2020, 23:26

Табиптарҙы бүләкләнеләр

*

Бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн 10 медицина хеҙмәткәре юғары наградаға лайыҡ булды. Максим Забелин уларға медицинаны һайлаған, ошо өлкәгә бөтә көс-ҡеүәтен биргән өсөн рәхмәт әйтте, ныҡлыҡ һаулыҡ, уңыштар, именлек, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләне.
Өфө ҡалаһындағы 8-се клиник дауахананың бүлек мөдире Рөстәм Низаметдинов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде. Ошо уҡ дауахананың баш табибы урынбаҫары Владислав Голубятниковҡа, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Людмила Семавинаға, табиптар Лидия Кошелеваға, Эльвира Мансуроваға, Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы табибы Рөстәм Мифтахетдиновҡа, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының поликлиника табибы Иршат Хәйруллинға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”, Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Марина Ғәлиеваға, Сибай медицина колледжы директоры Лилиә Ғилмуллинаға һәм Башҡортостандың юғары шәфҡәт туташы, урта медицина һәм фармацевтика белеменә эйә булған белгестәр ассоциацияһы президенты Ирина Засыпкинаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: