Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2020, 22:34

Республикала тағы өс кеше коронавирустан вафат булған

*

16 декабргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирустан йәнә өс үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, вафат булғандарҙың дөйөм һаны, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, 111-гә еткән.
Тәүлек эсендә тағы 157 кеше сир йоҡторған. Хәҙер ауырығандарҙың һаны – 16 629 кеше.
Стационарҙа дауаланған 795 кешенең 56-һы – ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Тәүлек эсендә — 226, йәмғеһе 13 372 кеше һауыҡҡан.
Бер тәүлектә 396 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған. Һауығып сыҡҡан пациенттар — 403.
Читайте нас: