Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2020, 00:29

Республика Башлығынан – яҡшы баһа

Сибайҙа ихаталар, үҙәк ҡала дауаханаһы, балалар поликлиникаһы ниндәй хәлдә?

Быйыл Сибайҙа Матросов урамындағы өс йорттоң һәм Чайковский урамындағы 10 йорттоң ихатаһын төҙөкләндерәләр. Ошо маҡсатҡа 41,3 миллион һум, шул иҫәптән республика бюджетынан 39 миллион һум йүнәлтелгән.
Төҙөкләндереү барышында подъездарҙы, туҡталҡаларҙы, тротуарҙарҙы ремонтлайҙар, заманса балалар һәм спорт, ҡоймаланған контейнер майҙансыҡтары булдыралар, эскәмйәләр, видеокүҙәтеү камералары ҡуялар, үҫентеләр ултырталар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәрендә Чайковский урамында башҡарылған эшкә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә тап ошондай комплекслы ҡараш булдырыу, стандарт булмаған алымдар ҡулланыу, урындағы халыҡтың фекерен мотлаҡ иҫәпкә алыу шарт.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты. Быйыл бында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, компьютер томографы һәм ангиография комплексы алынған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус бүлмәләр төҙөкләндерелгән. Томограф әле эшләй ҙә башлаған. Ангиографты эшкә ҡушыу-көйләү ғәмәлдәре башҡарыла. 2021 йылдың февралендә тейешле лицензия алғас, аппаратта тәүге пациенттарҙы тикшерәсәктәр.
Быйыл дауаханала офтальмология хеҙмәтен йыһазландырыуҙы дауам иткәндәр. Атап әйткәндә, 4,2 миллион һумлыҡ хирургия системаһын алғандар. Уның ярҙамында 475 операция яһалған. Сибай дауаханаһы нигеҙендә муниципаль-ара офтальмология үҙәге асылды тип әйтергә мөмкин. Белгестәр пациенттарҙы урынға барып ҡабул итә, операция яһай. Башҡортостан Башлығы ошондай үҙәктәрҙе бөтә республика буйынса ойоштороу зарурлығын билдәләне.
Радий Хәбиров балалар поликлиникаһында булды. 2020 йылда бында инженерлыҡ селтәрҙәре яңыртылған, биналар тар белгестәр өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Был маҡсатҡа 9,8 миллион һум аҡса тотонолған, ләкин күҙалланған эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәгән. Төбәк етәксеһе өҫтәмә рәүештә өс миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: