Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2020, 23:58

Ковид менән сирләгән яҡындарыңдың хәлен белгең килһә...

*

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшмәкәрлеге тикшерелде. Доклад менән үҙәктең етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева сығыш яһаны.
Хәҙер Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк нигеҙендә ковид-госпиталдәрҙең белешмәләр хеҙмәте эшләй башлаған. Был дауаланған кешеләрҙең туғандары һәм яҡындары өсөн бик кәрәк. Улар күп кенә осраҡта ковид-госпиталдә дауаланған яҡындарының хәле тураһында мәғлүмәт ала алмай. 12 декабрҙән алып Белешмә хеҙмәте көн һайын 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү буйынса, тап ошо ваҡытта стационарҙарҙа белгестәр дежурлыҡ ойошторасаҡ, улар оператив рәүештә пациенттың хәле тураһында мәғлүмәт бирә аласаҡ.
Дүрт аҙна эшмәкәрлеге осоронда ковидҡа ҡаршы колл-үҙәккә 19 меңдән ашыу шылтыратыу килгән. Әле һаман амбулатор ярҙам алыу мәсьәләһе көн үҙәгендә ҡала. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге дүшәмбе, шишәмбегә тура килһә, артабанғы көндәрҙә улар кәмей һәм ял көндәрендә тағы ла әҙәйә.
Әйткәндәй, үҙәк Яңы йыл байрамдары осронда ла ялһыҙ эшләйәсәк. Белгестәргә көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Телефондары 218-19-19.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: