Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2020, 22:32

Башҡортостан табиптары COVID-19 менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Камчаткаға юлланды

*

Бөгөн, 16 декабрҙә, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының күсмә бригадаһы урындағы белгестәргә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәтеү өсөн Камчатка крайына юлланды.
Юғары уҡыу йортонан хәбәр итеүҙәренсә, бригада составында – ковид-госпиталдәрҙә эш тәжрибәһе булған анестезиолог-реаниматологтар, урта медицина персоналы, бөтәһе 11 кеше. Төркөм етәксеһе – Башҡорт дәүләт медицина университетының анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире, профессор Илдар Лотфарахманов.
Бригада Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса төҙөлгән.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән төбәктәргә белгестәр ебәреү тәжрибәһе дауам итә. Бынан алда БДМУ табиптары һәм шәфҡәт туташтары Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Ҡырғыҙстанда, Амур өлкәһендә һәм Абхазияла яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам итте.
Читайте нас: