Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Декабрь 2020, 21:49

Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәктә ковид-госпиталдәрҙең белешмә хеҙмәте эшләй

*

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәктә ковид-госпиталдәрҙең белешмә хеҙмәте эш башланы. Был турала республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә үҙәк етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, белешмә хеҙмәте ковид-госпиталдәрҙә дауаланған пациенттарҙың туғандарына уларҙың хәле тураһында һорауҙарға оператив яуап биреү өсөн булдырылған. 12 декабрҙән башлап ул көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем эшләй. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеп, был ваҡытҡа стационарҙарҙа пациенттар тураһында мәғлүмәт бирә алған белгестәрҙең дежурлығы ойошторолған.
Дүрт аҙна эсендә Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк 19 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеү һорауҙары һаман да көнүҙәк булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта ял көндәрендә шылтыратыуҙар һанының кәмеүе күҙәтелә.
Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк Яңы йыл байрамдары осоронда ла эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә күп каналлы 218-19-19 телефоны буйынса көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр белгестәргә һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: