Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Декабрь 2020, 22:15

Башҡортостанда коронавирус менән ауырығандар һаны 16 меңдән ашты, тағы өс кеше вафат булды

*

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтары арта бара, 14 декабргә уларҙың һаны 16 меңдән ашты. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә яңғыраған мәғлүмәттәре буйынса, вирус йөрөтөүселәрҙең дөйөм һаны – 16317 кеше. Тәүлек эсендә 154 сир йоҡтороу осрағы раҫланған.
Йәнә өс үлем осрағы теркәлгән. Бөгөнгә коронавирус инфекцияһынан вафат булғандарҙың дөйөм һаны 106 кеше тәшкил итә.
Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осрағы – 383. Дауаланып сыҡҡан пациенттар – 369. Бөтәһе 13052 кеше һауыҡҡан, уларҙың 10-һы – уҙған тәүлектә. Табиптар коронавирусҡа 1,85 миллиондан ашыу тест эшләгән. Республиканың 25 лабораторияһнда көн һайын 11 меңдән ашыу тикшереү үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, медицина учреждениеларында 6 405 урын әҙерләнгән. Буш койка фонды 26 процент тәшкил итә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта яңы инфекция госпитале тулыһынса эшләй башлаһын өсөн лицензия алыуҙы тиҙләтергә ҡушты.
1 ноябрҙән 14 декабргә тиклем өйҙә коронавирустан дауаланған 6000 самаһы пациент бушлай дарыу алған.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: