Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Декабрь 2020, 12:04

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – КОРОНАВИРУСҠА БӘЙЛЕ ХӘЛ

*

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда яңы коронавирус инфекцияһын профилактикалау һәм уның таралыуына ҡаршы көрәш саралары хаҡында фекер алыштылар.
Видеоконференция форматындағы ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы.
Ултырышты асып, Игорь Комаров уҙған йылдың, коронавирус эпидемияһы менән бәйле, бөтәһе өсөн дә, шул иҫәптән власть органдары өсөн дә һынау йылы булыуын билдәләне. Һаулыҡ һаҡлауҙың төбәк системаларына ифрат ҙур һынауҙар тоторға тура килә. Әлеге мәлдә Волга буйы федераль округы буйынса COVID-19-ҙан яҡынса 43 мең кеше дауалана. 2020 йылдың мартынан алып округта коронавирус менән йәмғеһе 300 меңдән ашыу кеше сирләгән.
Тулы хоҡуҡлы вәкил, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә һәм властың бөтә кимәлдәрендә тырышлыҡтарҙы туплауға өлгәшелде, тип билдәләне.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко медицина ярҙамы системаһын ойоштороуға айырым иғтибар бирҙе.
– Көҙгө осорҙа ауырыуҙар яҙғы күрһәткестәрҙән артып киткәнлектән, беҙ, тәжрибәгә таянып, пациенттарҙы дауалауға ҡараштарҙы үҙгәрттек һәм кадрҙар резервын тупланыҡ, – тине министр. – Һөҙөмтәлә марттан алып ил буйынса коронавирустан үлем кимәле ике тапҡырҙан артыҡҡа кәмене.
Баш санитар табип Анна Попова округта киҫкен респиратор сирҙәр һәм коронавирус менән ауырыу кимәле хаҡында һөйләне, Рәсәй буйынса хәлдең тотороҡланыуын билдәләне.
Игорь Комаров, төбәктәргә хәлде иғтибар менән күҙәтергә, хәүеф тыуған осраҡта, кисекмәҫтән саралар күрергә кәрәк, тип белдерҙе. Ул төбәк етәкселәренең дауаханаларҙағы урындар, дарыуҙар менән тәьмин итеү, кешеләргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен контролдә тоторға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: