Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Декабрь 2020, 20:51

Үҙегеҙгә үпкәләргә тура килер...

/

Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалаусы табиптар ҡышҡы һыуыҡта битлек кейергә кәңәш итмәй. Мәскәү табибы Елена Белова күҙәтеүҙәренән күренеүенсә, һыуыҡта битлек аша тын алғанда гигиена сараһы бик тиҙ еүешләнә, һыуланған битлекте сисергә һәм ырғытырға тура килә.
“Битлек- һыуыҡта беҙҙе йылытмай. Халыҡ эркелеп йөрөмәгән урамдарҙа битлекте сисеү хәйерле. Еүешләнгән битлектең инфекциянан һаҡлау тәьҫире юғала,” - тип аңлата табиптар.
Был хәл менән күптәр танышып өлгөргәндер ҙә. Тик коронавирус таралыу хәүефе һаман да көслө! Шуға күрә халыҡ күп йыйылған урындарҙа, айырыуса транспортта, сауҙа нөктәләрендә битлек кейергә онотмағыҙ, социаль дистанцияны һаҡлағыҙ, тип иҫкәртә табиптар. Бәлки, күптәр ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуғыу арҡаһында үҙҙәрен дә, яҡындарын да хәүефтән аралай торғандарҙыр.
Битлек кейергә онотһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Йәмәғәт урындарында шәхси һаҡланыу сараларын үтәмәгән осраҡта штраф сәпәүҙәре бик ихтимал. Мәҫәлән, тәүге тапҡыр тәртип боҙғандар өсөн бер меңдән өс мең һумға тиклем, икенсе тапҡыр эләккәндә өс меңдән биш мең һумға тиклем штраф түләтеү ҡаралған.

Фото:vk.com
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ege-g--pk-l-rg-tura-kiler-587667/
Читайте нас: