Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Декабрь 2020, 02:01

Ковидтан һуң ниндәй реабилитация үтергә?

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эше дауам итә.

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эше дауам итә. Өс аҙна эсендә колл-үҙәк 15,5 мең шылтыратыу ҡабул иткән, һуңғы аҙнала 6600 мөрәжәғәт эшкәртелгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә үҙәктең етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева хәбәр итте.
Тәүге аҙналарҙағы кеүек үк әле һаман амбулатор медицина ярҙамы алыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта ковид буйынса һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы шылтыратыуҙар һаны бер ни тиклем кәмегән. Һәр ваҡыттағыса Өфө ҡалаһы һәм Өфө районы кешеләре иң әүҙемдәре.
Римма Әмир ҡыҙы ковидҡа ҡаршы реабилитация мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы.
– Ковидҡа ҡаршы реабилитация буйынса мөрәжәғәттәр теркәй башланыҡ. Өс аҙна эсендә был һорау менән 120-нән ашыу кеше шылтыратты. Әлбиттә, 15 меңдән ашыу кеше сирләгән икән, реабилитация ла кәрәк. Ҡайһы бер кешеләр кислород менән ярҙамға мохтаж. Беҙ уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Был мәсьәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән өйрәнергә кәрәк, – тине ул.
Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм ундай ярҙамды нисек күрһәтеү буйынса һөйләшергә вәғәҙә бирҙе.
Был аҙнала колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән өлкәндәргә шылтырата башлаясаҡ. “Беҙ уларҙың мәсьәләһе хәл ителгән һәм уларҙың башҡа ярҙамға мохтаж түгеллегенә инанырға тейешбеҙ”, – тине Римма Үтәшева.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: