Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Декабрь 2020, 15:00

"40 йыл кешеләрҙең һаулығы һағында тороп та, үҙенекен һаҡлай алманы..."

Октябрҙә Сибай ҡалаһында 10 көн эсендә генә 3 медицина хеҙмәткәре вафат булды. Шуларҙың береһе – Мәүлиха Фауариз ҡыҙы Яҡшембәтова.

Ғәфү итегеҙ, табиптар... Коронавирус пандемияһы осоронда Рәсәйҙә меңәрләгән медицина хеҙмәткәре вафат булды.
Рәсәйҙә коронавирустан вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең "Хәтер исемлеге" бар. Бөгөнгә унда 937 кеше. Әммә, аңлауыбыҙса, ул тулы түгел, сөнки был ҡәһәр һуҡҡыр вирустың шаңдауы күпкә киңерәк.
Һүҙ ҙә юҡ, был афәт иң беренсе табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҙур хәүеф менән янай. Күптәре сирләп терелде, бәғзеләренең ғүмере өҙөлдө. Әйләнә-тирәбеҙҙә ундай миҫалдар күп. Мәҫәлән, октябрҙә Сибай ҡалаһында ун көн эсендә генә өс медицина хеҙмәткәре вафат булды.
Шуларҙың береһе – Мәүлиха Фауариз ҡыҙы Яҡшембәтова. Уға 59 йәш булһа ла, һаман да өлкәндәр поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй ине.
Әбйәлил районының Үтәгән ауылы ҡыҙы Мәүлиха Яҡшембәтова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 1981 йылдан хеҙмәт итте, ә 36 йыл ғүмерен Сибай ҡалаһы халҡының һаулығын хәстәрләүгә арнаны. Ошо ҡалала медицина училищеһын тамамлағас, тыуған районы ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эш башлай ул. 1984 йылда Сибайға ҡайтып, ҡала дауаханаһында эшмәкәрлеген дауам итә.
Күп йылдар 1-се поликлиниканың терапия бүлексәһендә өлкән шәфҡәт туташы була. Йылдар дауамында бай һөнәри тәжрибә туплап, тәрән белемле, юғары квалификациялы белгескә әүерелә. Алсаҡ, иғтибарлы шәфҡәт туташы коллективта ла, пациенттары араһында ла абруй ҡаҙана, хөрмәтле белгес булып таныла.
Күп йыллыҡ хеҙмәтен баһалап, уны маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһе менән бүләкләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы осоронда сир йоҡтороп, Мәүлиха Фауариз ҡыҙы ҡаты ауырып, 26 октябрҙә вафат булды. Шунан ике аҙна ғына элек ул һөйөклө тормош иптәше Иремит Барый улын да юғалтҡайны. Бындай ҡайғы кисергән ҡыҙҙары Нәсимә менән Эльвираға Хоҙай үҙе сабырлыҡ, түҙемлек бирһен инде.
Хеҙмәттәштәре Мәүлиха Фауариз тураһында йылы итеп хәтерләй. Рәғиҙә Утарбаева: "Миңә уның менән 15 йыл иңгә-иң терәп эшләргә тура килде. Үҙ эшенең оҫтаһы, берәүҙең дә үтенесенә битараф булмаған, аҡыллы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше ине. Шуға ла миңә уның менән бергә эшләүе ауыр булманы", – ти.
Мәүлиха Яҡшембәтованың бер туған апайы Мәүлиҙә лә һағышҡа тулып: "Аяуһыҙ ауырыу үтә ҡаты ҡағылды туғандарым ғаиләһенә. Башта кейәүебеҙҙе ҡапыл аяҡтан йыҡты, күп тә үтмәй һеңлебеҙҙе лә йолоп алды.
Бәғерҙәрҙе телгеләп, йөрәктәрҙе яндырып-яралап,таралмаҫ ҡайғыға тарытып, һүрелмәҫ һағышҡа батырып йәндәрегеҙ күктәргә ашты, бер-берегеҙ менән мәңгегә тағы ҡауышты. Заманса зауыҡ менән, хәләл көсөгөҙҙө һалып, ал-ял белмәй, зар түкмәй төҙөп ингән ҡурсаҡтай ҡупшы йортоғоҙҙа йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...
Ҡапҡа, гараж эсендәге, баҡсалағы, өйҙәге иҫ киткес тәртип, бөхтәлек, бөтә ерҙә лә уңған ҡул эҙҙәре һәр кемде һоҡландырырлыҡ, айырыуса тырышлыҡ талап иткән төп-төҙ түтәлдәр, һыҙып эшләнгәндәй картуфлыҡ, матур сафҡа теҙелгән емеш ҡыуаҡтары, ағастары хайран ҡалдырырлыҡ ине. Хәҙер килеп шуға инанаһың: йәшнәп-йәшәп өлгөрөргә, юҡтан бар яһарға, һынатмай донъя көтөргә, үҙегеҙҙән һуң фәһемле эҙ ҡалдырырға шулай ашҡынғанһығыҙ ҙа, ашыҡҡанһығыҙ ҙа икән...
40 йыл тиерлек (әйтеүе анһат!) кешеләрҙең һаулығы һағында тороп та, үҙенекен һаҡлай ҙа, һаҡлата ла алмауы бигерәк тә ҡыйын хәл.
Ғаиләлә Мәүлиха унынсы бала, арабыҙҙа ике йәш тә юҡ. Күп нимәне, бик күпте уртаҡ кисерергә, бергәләп үткәрергә тура килде беҙгә. Иң ҡыйыны – атайһыҙлыҡты, арҡаһыҙлыҡты. Шуның өсөн Сибайҙағы интернатҡа эләктек. Ундағы көн тәртибенә өйрәнә алмай, етәкләшеп, һағынып-һығылып илауҙар. Беренсе тапҡыр Магнитогорск ҡалаһында туңдырма ашау; Ҡырҡты тауы аша бергә тура юлдан йәйәүләп, наһыр ҡырҡылып ҡайтыуҙар; иртә таңдан биҙрә-биҙрә балыҡ таҙартыуҙар (атай ҙа, ағай ҙа мурҙа һалды); һаҙҙа күнәкләп муйыл тиреү; Ҡыҙылда тәү башлап йөҙөргә өйрәнеү; кейеҙ өсөн өйөм-өйөм йөн тетеү..." – тип бәйән итә.
Эйе, бөгөн табиптар, рустар әйтмешләй, "күренмәгән фронт яугирҙәре". Ошо хеҙмәттәре өсөн уларға баш эйеп, рәхмәт белдерәбеҙ. Ғәфү итегеҙ, барығыҙҙы ла һаҡлап ҡала алмағанға...
#ГероиНашегоВремени #спасибоврачам #спасибодокторсибай #ЦГБСИБАЙ
Фото: Яҡшембәтовтарҙың ғаилә архивынан.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/40-yil-keshel-r-e--auli-i-a-inda-torop-ta--eneken-a-lay-almani-575587/
Читайте нас: