Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Декабрь 2020, 21:51

Сабыйҙар тыуһын өсөн тырышҡандарға – 50 мең һум!

/

“Кроношпан Башҡортостан” мәрхәмәтлек акцияһы менән шөғөлләнеүен дауам итә. Компания “Бәхет уста” республика премияһы бағыусыһы булып сығыш яһап, перинаталь медицина һәм реабилитация белгестәренә 19 планшет тапшырҙы.
Мәрхәмәтлек проекты COVID-19 пандемияһы ваҡытында табип-неонатологтарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн ойошторолған перинаталь медицина өлкәһендә республика премияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Премияның ойоштороусыһы – Каринэ Хәбирова булышлығында төҙөлгән “Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлек фонды, проект авторы – “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты.
– “Кроношпан Башҡортостан”дың беҙҙең тәҡдимде хуплауына бик шатбыҙ. Бөгөнгө ауыр ваҡытта сабыйҙар йәшәп китһен өсөн һәм һау-бәхетле булһын өсөн көнө-төнө ярҙам иткән абип-неонатологтарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт һәм һөйөүебеҙҙе күрһәтеү мөһим. Берҙәм тырышлыҡ менән перинаталь медицинаны үҫтереүгә һәм неонатолог кеүек изге һөнәрҙең абруйын күтәреүгә ярҙам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Фонд директоры Фәйрүзә Латипова.
Йөклөлөктө һаҡлау, яңы тыуған сабыйҙарға реанимация ярҙамы күрһәтеү, тәрбиәләп һауыҡтырыу, абилитациялау һәм реабилитациялау өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн перинаталь медицина белгестәрен бүләкләү ҡаралған. Премияла 19 номинацияла еңеүсенең һәр береһенә 50 мең һум күләмендә аҡса һәм бүләк тапшырыла. Приз фонды 950000 һум тәшкил итә.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sabiy-ar-tiu-in-s-n-tirish-andar-a--50-me--um-571390/
Читайте нас: