Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлы килеш ҡала. Ошоға бәйле республикала яңы сикләүҙәр индерелгәйне. Мәҫәлән, 10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлгә инде, был турала юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был категорияға ҡараған кешеләр өйҙә ултырырға тейеш. Уларға 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә өлкән йәштәге кешеләр магазинға, дарыуханаларға һәм башҡа тормош ихтыяжы булған урындарға бара ала.
Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге үрҙә телгә алынған категория граждандарына даими ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
Һаулығығыҙҙы хәстәрләү – һеҙҙең ҡулда! Шуға ла һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә, аралашыуҙарҙы сикләргә саҡырабыҙ.
Айгөл Таһир ҡыҙы ҒӘЛИЕВА, Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло сирҙәр кафедраһы доценты, фән кандидаты, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар инфекционисы:
– Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-19) ябай ғына вирус түгел. Вирустар үпкәнең ваҡ тамырҙарына эләгә, йөрәкте, баш мейеһен, эске органдарҙы зарарлай.
Кеше олоғая барған һайын организмда төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә: үпкәнең хроник обструктив ауырыуы, бронхтар быумаһы, йөрәктең ишемик сире, гипертония, шәкәр диабеты, һимереү, онкология һәм башҡалар. Телгә алынған барлыҡ ауырыуҙар яңы коронавирус инфекцияһы ағышын тағы ла ҡатмарлыраҡ итә, хатта йәшәү һәм үлем араһында ҡалдырыуы ихтимал.
Шуға ла үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәм тиһәгеҙ, һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ. Беренсе сиратта был 65 йәштән өлкәнерәктәргә ҡағыла. Әлегә ҡунаҡтарҙан баш тартығыҙ, сығып йөрөмәгеҙ. Аралашыуҙарҙы сикләгеҙ, ғаилә байрамдарын ойоштормай тороғоҙ. Битлек кейеү, антисептиктар ҡулланыу ҙа мөһим.
Яҡындарығыҙҙы күреү һәм ишетеү өсөн заман мөмкинлектәрен - скайп, видеошылтыратыу кеүек ғәмәлдәрҙе файҙаланығыҙ. Был йәһәттән ололарға ейәндәре ярҙам итә ала.