Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Ноябрь 2020, 16:18

Ауырлы ҡатындарға нимә эшләргә?

/

Яңы коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа йөклө ҡатындарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа анализ бирергә, сирҙе эләктергән осорҙа ҡайҙа дауаланырға? Ошо һорауҙарға Республика клиник перинаталь үҙәге табибы Динар ҒАБДРАХМАНОВ яуап бирҙе.

– Бала табыу йорттары сәләмәт пациенттарҙы коронавирус инфек­ция­һын эләктереүҙән һаҡларға тырыша. Өфөлә Республика перинаталь үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы, Дим райо­нындағы 3-сө бала табыу йорто базаһында өс обсервация бүлексә­ләре булдырылған. Обсерваторҙарға коронавирус инфекцияһына шик булған пациенттар ҡабул ителә. Сирҙе йоҡторған ҡатындар өсөн Дим районындағы 3-сө ҡала дауаханаһы базаһында айырым бала табыу йорто бар. Улар һауыҡҡандан һуң, 14 көнлөк карантин үткәс, перинаталь үҙәк шарттарында бала табасаҡ.

37 аҙналыҡ йөклөлөктән алып ҡатындарға аҙнаһына бер тапҡыр ПЦР анализы бирергә тура килә. Әгәр анализ ике көндән артығыраҡ эшләнһә, уны биш көн һайын тапшырырға тура киләсәк, сөнки буласаҡ әсәләр ҡулында һәр саҡ яңыртылған һөҙөмтә булырға тейеш. Пациентта киҫкен вируслы инфекция билдәләре күҙәтелгәндә, антиесем­дәргә тест-система ҡулланыла.

Ауырлы ҡатындар өсөн компьютер томографияһы ҡәтғи күрһәт­кестәр буйынса ғына үткәрелә. Тикшереү барышында радиация нурланышын кәметеү өсөн йөклө ҡатын­дың ҡорһағын ҡурғаш япҡыс менән ябалар. Динар Ғабдрахманов әйте­үенсә, табиптар компьютер томо­графияһын үтеүҙе кәрәк тип таба икән, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/auyrly-atyndar-a-nim-eshl-rg-/
Читайте нас: