Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ноябрь 2020, 00:15

Тәүге аҙна нимә күрһәтте?

Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк бер аҙнала 5647 шылтыратыу ҡабул иткән.

Билдәле булыуынса, уҙған дүшәмбе республикала ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эш башланы. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эшмәкәрлектең тәүге аҙнаһына йомғаҡ яһалды. Улар тураһында колл-үҙәктең координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләне.
Беренсе аҙна эсендә үҙәк 5647 шылтыратыу ҡабул иткән һәм эшкәрткән. Улар буйынса шул асыҡланған: төп проблема, шылтыратыуҙарҙың 43 проценты, амбулатор ярҙамға бәйле. Кешеләр табипҡа яҙыла йәки өйөнә саҡырта алмай. Ҡайһы саҡта саҡыртҡан терапевт килмәй.
Мөрәжәғәттәрҙең 21 процент осрағы коронавирус инфекцияһына биргән анализдар һөҙөмтәһен ала алмауға бәйле. 10 процентты дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһы борсой. 7 процент шылтыратыусыларҙың яҡындары ковид-госпиталдәрҙә ята һәм уларҙың хәлен белешә алмайҙар. Әйткәндәй, хәл үҙәге хеҙмәткәрҙәре был мәғлүмәттәрҙе туғандарына еткерә.
– Беҙ шылтыратыуҙарҙың 86 процентын үҙаллы операторҙар менән эшкәрттек һәм дауалау учреждениелары менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығына көсөргәнеш тыуҙырманыҡ. Тик 14 процент осраҡта ғына уларҙы йәлеп иттек, был больничный ҡағыҙҙарына бәйле һорауҙар ине. Беҙҙең эшмәкәрлек – әлеге ваҡытта халыҡ өсөн дә, дауалау учреждениелары өсөн дә бик кәрәк. Беҙ социаль көсөргәнеште кәметеп кенә ҡалмайбыҙ, дауалау учреждениеһы эшен дә еңеләйтәбеҙ. Артабан да эшебеҙҙе ошолай дауам итәсәкбеҙ, – тине Римма Үтәшева.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк 16 ноябрҙә “Торатау” Конгресс-холында эшләй башланы. Ул ялһыҙ иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем эшләй. Унда 218-19-19 номеры буйынса шылтыратырға һәм тиҙ арала квалификациялы ярҙам алырға була.
Фото: Валерий Шахов.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: