Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ноябрь 2020, 10:51

Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәк ҙур эш башҡара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала Өфөләге “Торатау” конгресс-холында эшләй башлаған Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.
Үҙәк координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева әйтеүенсә, әле бында 113 оператор, 12 тим-лидер, 33 медицина эксперты, дүрт смена етәксеһе, шулай уҡ Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы, Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы, “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре эшләй. Ойоштороу төркөмөнә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, “Торатау” конгресс-холы белгестәре инә.
Сменаһына 70-кә яҡын кеше эшләй. Операторҙар шылтыратыуҙарҙы көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем (347) 218-19-19 телефоны буйынса ҡабул итә. 16 – 22 ноябрҙә үҙәк белгестәре 5647 мөрәжәғәтте ҡараған. Бөгөн генә 1400 шылтыратыу булған. Уларҙың күпселеге өйҙә һәм поликлиникаларҙа коронавирустан амбулатор дауаланыуҙы ойоштороуға ҡағыла. Үҙәктә шулай уҡ ковидҡа тест һөҙөмтәһен, бушлай дарыуҙар алыу тәртибен асыҡларға, йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендәге туғандарҙың һәм яҡындарҙың хәлен белешергә, башҡа һорауҙар бирергә мөмкин. Римма Үтәшева әйтеүенсә, байтаҡ мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына мөрәжәғәт итмәйенсә, үҙәк белгестәре һәм медицина белгестәре көсө менән хәл ителә.
– Ярҙам иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Бик мөһим эш башҡараһығыҙ, – тине Радий Хәбиров Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. – Бындай үҙәкте алдараҡ асырға кәрәк булған, сөнки ҡайһы саҡта граждандар дауаханаға оҙатылған яҡын кешеһенең ҡайҙа булыуы тураһында ябай мәғлүмәтте ала алмай ине. Хәҙер иһә мәсьәләләр йылдам хәл ителә. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: