Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Ноябрь 2020, 13:55

Киҙеү бер ҡайҙа ла китмәгән!

Быйыл киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау башҡа йылдарҙағына ҡарағанда иртәрәк башланды.

Быйыл киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау башҡа йылдарҙағына ҡарағанда иртәрәк башланды.
Медицина белгестәре, был прививка өлкәндәрҙе тағы ла ҡурҡынысыраҡ һәм миллиондарса ғүмерҙәрҙе өҙгән сир­ҙәрҙән дә һаҡлаясаҡ, тип белдерә. Әлеге ваҡытта киҙеү (грипп) сағыш­тырмаса хәүефһеҙ сир һанала, сөнки уға ҡаршы вакцина уйлап табылған, ауырыуҙы уңышлы дауалайҙар. Уны иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлдарының береһе – прививка яһатыу.

Прививка Рәсәйҙәге Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына инә. Йыл һайын теләгәндәр уны яһата ала, унан тыш, вакцинаны мотлаҡ эшләтергә тейеш кешеләр бар. Һүҙ медицина, мәғариф, транспорт тармаҡтарында эшләгәндәр, балалар һәм оло йәштәгеләр хаҡында бара.

Вакцинация поликлиникаларҙа, шәхси медицина учреждениеларында яһала. Ғәҙәттә, Рәсәйҙә етеште­релгән вакциналар бушлай бирелә, ә сит илдекен эшләтергә теләгәндәр­гә был ғәмәл түләүле булыуы ихтимал. Процедураға әҙерләнеү талап ителмәй: иң мөһиме – башҡа сир билдәләре, шул иҫәптән тымау ҙа булмаһын.

Прививканан һуң барлыҡҡа килгән иммунитет оҙаҡҡа түгел: ни бары бер миҙгелгә етерлек (шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа (20-40 процент) прививка тәьҫиренең икенсе миҙгел­гә лә етеүе билдәләнә). Был вирустың тәбиғәттә юғары үҙгәреүсәнлеге менән бәйле, ул һәр ваҡыт мутация кисерә. Шуға ла вакцинацияны йыл һайын яһатыу, яңыртылған прививка ҡаҙатыу отош­ло.
Республика буйынса "Роспотребнадзор"ҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле Башҡортостанда республика халҡының 36,5 проценты киҙеүҙән прививка яһатҡан. Һандарға килгәндә, был яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән тигән һүҙ, уларҙың 300 меңдән ашыуы – балалар.
Вакцинациялау кампанияһы әлеге ваҡытта ла дауам итә. Ғөмүмән, көҙгө миҙгелдә киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың ҡырҡа артыуы күҙәтелә, әммә әлегә хәл эпидемик сиктән түбәнерәк, ти белгестәр.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: