Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 19 ноябрҙә, республикала урыны менән боҙлауыҡ булыуы фаразлана, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төньяҡ райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -12, -14, урыны менән -18, -23 градус. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.
Йома, 20 ноябрҙә, яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -9, -14 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ һауа температураһының -2, -7 градус булыуы көтөлә.