Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, ти башҡорт мәҡәле. Ә бына Баймаҡ эшҡыуары Альберт Йосоповтың изге ғәмәлдәрен аҡ халатлылар ҙа, сирлеләр ҙә яҡшы белә. Сөнки ул пандемия башланыу менән тәүгеләрҙән булып дауаханаларға ярҙам күрһәтә.
Баймаҡ эшҡыуары Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Бөрйән райондары дауаханаларына ярҙам ойошторҙо.
Үҙ тырышлығы менән гаражындағы автомастерскойҙан башлап “BLACK SERVICE” селтәрен асыуға өлгәшкән Альбертты Баймаҡ районында ғына түгел, ә тирә-яҡта ла бик яҡшы беләләр. Үҙ һүҙендә тора белгән, алтын ҡуллы, ысын ир-егет ул. Күп сараларҙың бағыусыһы, ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә бар хәленсә ярҙам итергә ынтылған оло йөрәкле эшҡыуарға күптәр рәхмәттәрен уҡый.
Яҙғыһын коронавирус ауырыуы тарала башлағас, Альберт Әхтәр улы урындағы эшҡыуарҙарҙы берләштереп, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ИВЛ аппараттарын һатып алып, бүләк итәләр. Ә инде госпиталдә ҡайһы бер дарыуҙар етмәүен ишетеү менән, ул тағы бер мәрхәмәтлек акцияһын башланы. Альберт Әхтәр улы дауахананы тейешле укол-дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторҙо. Тәүҙә был акцияны урындағы эшҡыуарҙар күтәреп алһа, хәҙер уға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Альберт Әхтәр улы был акция тураһында: “Хәҙер дауаханаларҙа ниндәйҙер дарыуҙарҙың бөтөүе йәки етмәүе күҙәтелә. Ә был ауырыуҙар өсөн бик хәүефле. Шуға күрә йыйылған аҡсаға мин төрлө ерҙән дарыуҙарҙы һатып алыуҙы ойошторам. Һәр кем хәленән килгән тиклем ярҙам итә ала. Күмәкләһәк, хатта 1 һум, 10 һумлап тә хәтһеҙ дарыуға етерлек аҡса йыя алабыҙ. Аҡса күсергәндә районығыҙҙы һәм ауылығыҙҙы күрһәтегеҙ. Мәҫәлән, Темәс ауылынан күскән аҡсаны беҙ шул ауылдағы дауаханаға дарыуҙар алыу өсөн йүнәлтәсәкбеҙ”, - тип аңлатты.
Тәүҙә Баймаҡ районында ғына барған мәрхәмәтлек акцияһы Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйәлил райондарына ла таралды. Сөнки ул райондарҙа ла Альберт Әхтәр улын бик яҡшы беләләр. “Һүҙендә тора белгән, намыҫлы, иманлы кеше ул. Альберт Йосопов тотонған эш һәр саҡ уңышлы була”, - ти күрше райондаштар. Әле учалылар ҙа был акцияға ҡушылырға йыйына. Аҡса күсергән һәр кем үҙ районын яҙа. Шул сумма нәҡ шул райондың дауаханаһына китә. Уларға ниндәй дарыуҙар кәрәклеген Альберт Әхтәр улы баш табиптар менән көн дә хәбәрләшеп, белешеп тора.
Эшҡыуарҙың республикала ғына түгел, ә тотош Рәсәй буйынса дуҫтары, таныштары күп булыуы ла әмәлгә ярап ҡала. Улар үҙ ҡалаһында дарыуханала кәрәкле дарыуҙар булһа, шунда уҡ Альберт Әхтәр улына хәбәр итә. Эшҡыуар тейешле аҡсаны күсереп, медикаменттарҙың Баймаҡҡа килеп етеүен ойоштора.
Ошо көндәрҙә Өфө, Силәбе өлкәһенә йөрөгән таксистарыбыҙ ҙа бик күп дарыу алып ҡайтты.
“Тыуған районым түгел, бар Рәсәй кешеләренә коронавирустан ҡотолорға ярҙам итеү теләгем бар, әммә бер үҙем генә был эште атҡарып сыға алмаҫ инем. Шуға күрә социаль селтәрҙәр аша кешеләргә мөрәжәғәт иттем һәм улар минең уйҙы күтәреп алды. Әлбиттә “мин ниңә аҡса күсерергә тейеш, ана, хөкүмәт ярҙам итһен!” тип күкрәк туҡмап, үҙ хаҡлығын иҫбат итеүселәр ҙә бар. Бәхеткә, улар бик әҙ.
Күп ваҡыт та үтмәй, ошо бәхәскә инеүселәр: “Альберт, минең бер туғаным ауырып китте. Һиндә дарыу юҡмы?” - тип һорай. Шуға күрә был эшкә бергәләшеп тотонорға кәрәк. Хөкүмәт аҡса бүлә ул, әммә ярҙамға мохтаж ауырыуҙар үтә күп. Күпме кешене юғалттыҡ һәм юғалтабыҙ бит! Бәлки, нәҡ һеҙҙең күсергән аҡсаға алынған дарыу кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыр. Ә был оло сауап. Аллаһы Тәғәлә был изге эшегеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. Үҙегеҙ ярҙам итә алмаһағыҙ, өлкәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Ололар бындай изге эш өсөн аҡса йәлләмәйәсәген яҡшы беләм. Һәр кемебеҙ бер һум аҡса күсерһә лә, күпме дарыу һатып аласаҡбыҙ. Килгән һәр тин тураһында отчет яһап, социаль селтәрҙәргә һалып барам. Был акцияға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Әгәр аҡса күсерә алмайһығыҙ икән, минең мөрәжәғәтемде артабан таратығыҙ”, - ти Альберт Әхтәр улы.
Халыҡҡа ярҙам итеү теләге менән янған эшҡыуарҙы төнгө ун-ун берҙә лә дарыуханаларҙың береһендә осратырға мөмкин. Табиптарҙан алған исемлегенә ҡарап, йәшникләп дарыуҙар алып, уны машинаһына тейәп, дауаханаға ашыға ул. “Үҙегеҙ йә яҡындарығыҙ дауаханаға эләгеп, шприц та бөткән мәлгә эләкһәгеҙ, нимә эшләрһегеҙ? Ә бер туғаны ла, яҡыны ла булмағандар нисек аяҡҡа баҫырға тейеш? Бергә – беҙ еңелмәҫ көс! Кеҫәгеҙҙән ун һум төшөп ҡалһа, һеҙ уны һиҙмәйәсәкһегеҙ ҙә, ә дауаханаларға дарыу һатып алыу өсөн йүнәлтһәгеҙ, кеше ғүмерен ҡотҡарасаҡһығыҙ”,- ти Альберт Йосопов. Хаҡ һүҙҙәр!
Альберт Әхтәр улының исемлегендә ярҙам итеүселәрҙең һаны артҡандан-арта барыуы беҙҙең көндәрҙә лә изге йәнле, саф йөрәкле кешеләрҙең күберәк булыуын дәлилләй.
Дауаханала ятҡан ауырыуҙарға ярҙам итергә теләһәгеҙ 4279060025355819 карта иҫәбенә хәлегеҙҙән килгән тиклем аҡса күсерә алаһығыҙ. Карта Альберт Әхтәр улының 89649553828 телефонына бәйле.