Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Ноябрь 2020, 21:57

Башҡорт балы шифаға булһын

Ковид-госпиталдәрҙә эшләгән табиптарға бал тарата башланылар

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе башлаған “Табиптарға рәхмәт” акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың ковид-госпиталдәренә башҡорт балы алып барыласаҡ. Бөгөн “Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре уны тарата башланы.
– Акция башланыу менән республиканың 36 медицина учреждениеһына сәй йыйылмалары тапшырҙыҡ, уларҙы өс меңдән ашыу хеҙмәткәр алды. Акцияны киңәйтергә һәм 500 килограмм сифатлы башҡорт балын да өләшергә булдыҡ. Әйҙә беҙҙең табиптар үҙҙәренең һаулығын нығытһын, – тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
“Табиптар тураһында хәстәр менән” проекты координаторы Евгений Мельников аңлатыуынса, бал банкаларын ошо көндәрҙә республиканың бөтә ковид-госпиталдаренә алып барасаҡтар. Уларҙың һаны – 38, 14-е Өфөлә урынлашҡан.
Татлы сюрпризды бөгөн үк Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының “ҡыҙыл зона” табиптары алып ҡыуанды ла. Бында 21 банка шифалы бал килтерелгән. Шулай уҡ өс һауыт Туҡай урамындағы һуғыштар ветерандары госпиталенә һәм 12 банка республиканың клиник онкология диспансерына алып барып еткерелгән.
– Әле беҙҙең стационарҙа 200 пациент ята. Өс сменала эшләйбеҙ. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Тап ошондай ваҡыттарҙа коронавирус менән көрәштә үҙебеҙҙең яңғыҙ түгел икәнлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Был беҙгә барыһы ла яҡшы буласаҡ тигән ышаныс һәм өмөт бирә, – тине республика клиник дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар госпитале етәксеһе Гөлшат Фәтҡуллина.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: