Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө ошо темаға арналды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән тәүлек эсендә вирус менән зарарланғандар һаны 100 кешенән артҡан, пандемия башланыу менән коронавирус йоҡтороуҙың 11653 осрағы теркәлгән.
Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, республикала яңы сикләүҙәр индерелә. Бөгөндән 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлдә. 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем өлкән йәштәге кешеләр тышҡа сығып йөрөй, магазин, дарыуханаларға һәм башҡа урындарға бара ала.
Тағы бер сикләү бәлиғ булмаған балаларға ҡағыла. Бынан ары ата-әсәһеҙ йәки опекундарһыҙ уларҙың үҙҙәрен генә сауҙа үҙәктәренә индереү тыйыла.
Бынан тыш, өйҙән башҡа бөтә урында ла мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана. Кемдәр быны үтәмәй, штраф һалына. Башҡортостанда һуңғы дүрт тәүлек эсендә генә ике мең самаһы протокол төҙөлгән.
Кисә, 9 ноябрҙә, мәктәп уҡыусылары каникулдан һуң уҡырға сығырға тейеш ине. Билдәле булыуынса, көҙгө каникул былай ҙа оҙайтылды. Хәҙер иһә инфекцияны таратмау маҡсатында ҡайһы бер кластар өсөн ваҡытлыса дистанцияла уҡыу режимы индерелде. I – V һәм XI класта белем алғандар мәктәптә уҡый, ә VI – X кластар бөгөндән дистанцияла уҡыуға күсә. Ошондай тәртип кәмендә 22 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә һәм алыҫ ауылдарҙа дистанцияла уҡыу техник яҡтан мөмкин булмағанда белем алыу ғәҙәти режимда дауам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы өйҙәрендә уҡытыусы менән бәйләнешкә сығыр өсөн компьютерҙар һәм башҡа девайстары булмаған күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе планшеттар менән тәьмин итергә ҡушты. Был маҡсатта финанслау төбәк бюджетынан бүленәсәк.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, өҫтәмә белем биреү системаһы, шул иҫәптән түңәрәктәр һәм секциялар эше ике аҙанаға дистанциялы режимға күсәсәк.
22 ноябрҙән һуң ағымдағы хәлгә ҡарап, артабан уҡыу буйынса яңы ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Быйыл республикала “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу 90 процентҡа үтәлгән. Был турала вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
Программаны финанслау өсөн 1,77 миллиард һум аҡса тотонолған, 519 күп фатирлы йорт ҡараған 380 ихата төҙөкләндерелгән. Был эштәр һөҙөмтәһендә 186 балалар майҙансығы, 116 спорт майҙансығы, 14226 машина ҡуйыу урыны, 2021 яҡтыртҡыс, 2009 эскәмйә, 1888 сүп-сар йәшниге барлыҡҡа килгән. Ихаталарҙа дөйөм алғанда 457 мең квадрат метр асфальт, 72 мең квадрат метр хәүефһеҙ япма түшәлгән.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципалитеттар тип Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары, Бәләбәй, Саҡмағош, Баҡалы, Краснокама райондары танылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында Комаров урамының 15-се, 17-се һәм 17/1-се йорттар ихатаһы ҡабул ителмәне. Бында балалар майҙансығы япмаһын түшәү сифатһыҙ башҡарылған. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы ихатала балалар майҙансығында подрядсы сертификатлау үтмәгән уйын ҡорамалдары ҡуйған.
15 ноябрҙән алып республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы онлайн тәртибендә 2021 йыл проекттарын яҡлауҙы башлаясаҡ.
Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим тема – алданған өлөшсөләр проблемаһы. 9 ноябргә ҡарата Башҡортостанда 125 проблемалы йорт иҫәпләнә. Уларҙа бөтәһе 7578 өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе теркәлгән.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев белдереүенсә, 89 йортҡа ҡарата министрлыҡ Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фонд менән берлектә эште ойошторған. Фондтың күҙәтеү советы 59 объект буйынса берлектә финанслау ғаризаларын ҡараған да. Был объекттар өсөн федераль фонд 6,7 миллион һум аҡса бүләсәк. Йыл аҙағына тиклем тағы туғыҙ йорт буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итергә ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә дәүләт милке билдәләнмәгән ер участкаларын бүлеү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тикшерҙеләр. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, транспорт тармағындағы, йәнә ғәҙәттән тыш хәлдәргә байҡау яһалды.