Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Ноябрь 2020, 19:46

Ҡасан миҙгел инфекцияһына әүереләсәк?

/

COVID-19 вирусы ҡасан да булһа ҡәҙимге миҙгел сиренә әүереләсәк, әммә был ыңғай осор, әлбиттә, донъяла коллектив иммунитет хасил булғас ҡына етәсәк.
Был хаҡта Бейруттағы (Ливан) Катар университетының Биомедицина тикшеренеүҙәре үҙәге ғалимдары хәбәр итә. Мәҡәлә Frontiers in Public Health журналында донъя күргән.
Уртаса климат шарттарында киҙеү (грипп), һалҡын тейҙереү кеүек киҫкен респиратор вирустар, шул иҫәптән, коронавирустар ҙа тыуҙырған сирҙәр, ғәҙәттә, һалҡын миҙгелдә киң тарала.
Мәҡәлә авторҙары фекеренсә, COVID-19 уртаса климатлы илдәрҙә тап ошо юл менән барасаҡ һәм киләсәктә миҙгел инфекцияһына әүереләсәк. Әммә бынан алда популяция иммунитеты хасил булырға тейеш. Төп шарт – халыҡтың күпселеге сирҙе кисерергә йәки вакцина яһатырға тейеш.
Белгестәр, әлегә SARS-CoV-2 вирусы йыл әйләнәһенә иркен әйләнештә йөрөй, тирә-яҡ мөхиттең торошона, миҙгел шарттарына ҡарамай, тип белдерә һәм беҙгә билдәһеҙ осорға тиклем ошо шарттарға түҙергә, инфекциянан һаҡланырға, иҫкәртеү сараларын күрергә тура киләсәк.
Ғалимдар миҙгел вирустарын анализлаған, уларға әүҙемлек этәргесе биргән факторҙарҙы асыҡлаған, SARS-CoV-2 вирусы хаҡындағы билдәле мәғлүмәттәр менән сағыштырған. Шулай итеп, респиратор вирустарҙың таралыуына тәүге сиратта температура һәм һауаның дымлылығы булышлыҡ итә, кешеләрҙең инфекцияға һиҙгерлеге лә мөһим роль уйнай. Ҡышҡы ҡоро һәм һалҡын һауа, мәҫәлән, тын юлдарының вируслы инфекцияһы таралыуға килтерә, унан тыш, ҡышын кешеләр күберәк йорттарҙа, офистарҙа һәм башҡа биналар эсендә була. Был да инфекциялар таралыуға булышлыҡ итә.
Фото: cdni.rt.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/asan-mi-gel-infektsiya-ina--erel-s-k-533419/
Читайте нас: